Өфөлә яңы ҡар иретеү пункты йөк машиналарын ҡабул итә башланы

Был турала  ҡала  хакимиәтенән хәбәр итәләр.  Әле  баш ҡалала  ике урында  ҡар иретеү мөмкинлеге бар. Комплекстар Калинин һәм Совет райондарында урынлашҡан. Уларҙа тәүлегенә 2 мең 700 кубик метр ҡар иретергә була. Киләсәктә ҡаланың һәр районында ошондай комплекстар асыу планлаштырыла.