Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ҙур уңыштарға ирешкән райондар диплом һәм аҡсалата бүләк ала. Алдынғылар рәтендә Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Йәрмәкәй, Борай, Благовещен, Нуриман, Мәсетле, Илеш, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондары бар. Тулы исемлек менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин.