Белорет районында Герой партаһы асылды

Юрий Мартемьянов махсус хәрби операцияла һәләк булған. Ул 1981 йылда Железнодорожный ауылында тыуған. Техникумды тамамлағас, Чечня биләмәһендә махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәт итә. Унан һуң полицияға  урынлаша. Юрий Мартемьянов 2022 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Бер нисә дәүләт наградаһына лайыҡ була, тип  яҙа социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.