1-се класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә каникул була

Мәғариф һәм фән министрлығы киләһе йылға календар әҙерләне. Уға ярашлы, 2025 йылда 15 февралдән 23-өнә тиклем 1-се класс балалары өсөн каникул була. Йәйге каникул 27 майҙа башлана һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.