Сара 12 ноябрҙән 14-нә тиклем бара. Уның барышында "Машиналар эшләү”, "Тимер эшкәртеү", "Өфөнөң инновациялар ҡеүәте” тигән күргәҙмәләр ойошторола. Шулай уҡ “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” һәм “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Форумда илдең 20-нән ашыу төбәгенән һәм Белорусь, Ҡытай республикаһынан вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә.