Дыуан районында индустриаль һөт фермаһы барлыҡҡа килә

Проект “Инвестиция сәғәте”ндә хуплау тапты, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров. “Комплексты “Простор” компанияһына ҡараған  “Рассвет” ауыл хужалығы предприятиеһы төҙөй. Һикәяҙ ауылы янында метал конструкцияларын монтажлау башланды, бетон эштәре алып барыла. Мең алты йөҙ баш һыйырға иҫәпләнгән ферманың хаҡы 1 миллиард 800 миллион һумға баһалана. Районда компания  ярҙамында  орлоҡ киптереү  комплексы төҙөлгән, “Доброе поле” бренды аҫтында ярмалар һәм тиҙ әҙерләү өсөн бутҡалар сығарыла. Был инвестор менән хеҙмәттәшлек итеүҙең уңышлы өлгөһө”,- тип яҙған Радий Хәбиров.