Тиҙҙән Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ - көнсығышында беренсе индустриаль һөт фермаһы барлыҡҡа киләсәк. Проект «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡан. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, ферманы «Рассвет» ауыл хужалығы предприятиеһы төҙөй, ул «Простор» компаниялар төркөмөнә инә. Әле Һикеяҙ ауылы янында металл конструкциялар монтажлана, бетон эштәр әүҙем бара.
Республиканың был өлөшөндә бындай ҙур фермалар әлегә булмаған - ул 1 мең 600 һыйырға иҫәпләнгән. Дөйөм хаҡы - 1,8 миллиард һум. «Рассвет» хужалығының был Дыуан районында тормошҡа ашырған тәүге проекты түгел. Бында иген киптереү комплексы эшләй, тиҙ әҙерләнә торған ярмалар һәм бутҡалар етештерелә. Был инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеүҙең яҡшы миҫалы. Беҙ уларға ярҙам күрһәтәбеҙ, ә улар иҡтисадыбыҙҙы үҫтереүҙе дауам итә, тип яҙған Башҡортостан башлығы.