Хоҡуҡ һаҡлау органдары ғәҙәттән тыш хәлдең шартлау менән бәйле булыуын асыҡлаған. Тәфтишселәр фекеренсә, ҡоролма вагондарҙың береһендә йәшерелгән булған. Экспертиза мәғлүмәттәре буйынса, вагондарҙы сафтан сығарыу өсөн бризант шартлатҡыс матдә ҡулланылған. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уның Ставрополь крайынан 31 йәшлек ир булыуы билдәле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тимер юлдағы ваҡиға 3 ноябрь төнөндә Бурцев ауылы эргәһендә теркәлә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр булманы. Был хәл поездар хәрәкәтенә йоғонто яһамай.