Башҡортостанда «Рекрут» программаһы 31 декабргә тиклем оҙайтылды


ДОСААФ тәҡдиме менән башланған программа ярҙамында граждандарға Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ярҙам иткән ирекмәндәргә 50 мең һум аҡса түләнә. Унда ҡатнашыу өсөн 18 йәше тулған ирекмән контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән хәрби менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документ тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә тейеш. Контрактсы медицина комиссияһын үтеп, хәрби часҡа юлланғас, ирекмәнгә тейешле премия күсерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 122 йәки 7 (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә шылтыратырға мөмкин.


Программа әүҙем эшләп килә. Тәүге айҙа беҙгә 500-гә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. Бөгөнгә 2100 ашыу ғариза ҡабул ителде. Беҙ уларҙың күп өлөшөн эшкәртеп өлгөрҙөк, 1600-ҙан ашыу рекрутҡа матди ярҙам түләнгән дә инде.

Игорь Нурмөхәмәтов, Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе