Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында «Дәүләт хәүефһеҙлеҙлеге эшмәкәрлеге» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сара сиктәрендә быға тиклем сер итеп һаҡланған, «йәшерен» грифы менән документтар тарихсылар, халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде. Тәүгеләрҙән булып улар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла танышты.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет партизандары һәм тыныс халыҡты язалау, ҡулға алыуҙа, уларҙың милкен тартып алыуҙа, тотош ауылдарҙы яндырыуҙа ҡатнашҡан фашист баҫҡынсыларының исемдәре хәҙер асыҡ. Етмеш йылға яҡын йәшерен һаналған документтарҙы һәр кем өйрәнә ала. Енәйәт эштәре архив материалдарына ярашлы, Украинанан Григорий Лепольд менән Белоруссиянан Аркадий Гапонов Ватанына хыянат итеп, немец-фашист ғәскәрҙәре тарафынан ваҡытлыса оккупацияға алынған совет биләмәһендә ҡалып, полиция составында үҙ халҡына ҡарата енәйәтселек эше алып барған.
80гә яҡын шаһиттың күрһәтмәләре, оҙайлы оператив-эҙләү эштәре, тәфтиш экспертизалары - БАССР, Украина, Белоруссия тәфтишселәренең берҙәм эше һөҙөмтәһендә Григорий Лепольд һәм Аркадий Гапоновтың ғәйебе иҫбатлана. Был биш томда енәйәти аҙымдарҙы иңҡар итә алмаҫлыҡ документтар туплана. Артабан Материалдар нквд хеҙмәткәрҙәренә башҡа фашист баҫҡынсыларын эҙләү һәм ҡулға алыу буйынса эште дауам итергә ярҙам иткән
Быға тиклем сер итеп һаҡланған, йәшерен грифындағы документтар менән тәүгеләрҙән булып Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары танышты. Енәйәт эштәре буйынса архив документтарҙың фото-күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Йәштәр Башҡортостан именлек органдары тарихы менән дә танышты. Улар өсөн музейға эскурсия ойошторолдо. Ошондай сараларҙы даими уҙғарыу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина