Башҡортостан коммунистары Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнөн билдәләне


Ленин васыяттары буйынса. Бөгөн Башҡортостан коммунистары Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнөн билдәләне. Рәсми рәүештә был көн байрам булыуҙан туҡтаһа ла, уның үҙ тарихы бар. Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем был көн - Бөйөк Октябрь революцияһы көнө илдең төп байрамы булараҡ билдәләнә. Был байрам ул осорҙа тыуып үҫкән һәм тәрбиәләнгән һәр кешегә таныш. Совет осоронда Октябрь революцияһы көнөндә халыҡтың демонстрацияға сығыуын күптәр әле лә йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Өфөлә иҫтәлекле төп саралар пролетариат юлбашсыһы һәйкәле алдында үтә.