«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында махсус хәрби операция ветеранына бушлай реабилитация үтергә ярҙам итәләр. Учалынан Урал Ибәтуллин махсус хәрби операция башынан уҡ Ватан һағына баҫа. Быйыл аяғы яраланып госпиталгә эләгә.Әлеге ваҡытта республика клиник психотерапия үҙәгендә һаулығын тергеҙә. Шулай уҡ уға инвалидлыҡ буйынса түләүҙәр алыу өсөн кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеп аяҡ протезын һатып алалар. Яугир менән БЮТ ижади төркөмө аралашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Урал Ибәтуллин бәхетһеҙ осраҡҡа үҙ төркөмө менән ял итергә сыҡҡанда юлыға. Яугир хәтерләүенсә, 2024 йылдың февралендә минаға эләгеп һул аяғын юғалта. Яраланғандан Һуң Луганск клиник дауаханаһына, һуңыраҡ самолетта Анапаға хәрби госпиталгә алып киләләр. Һалдат хәрби хеҙмәткә атаһы менән бергә китә, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер үҙе генә ҡайта.Психотерапия үҙәгенә иһә йоҡлай алмауы сәбәпле быйыл октябрҙа эләгә. Өҫтәүенә яугирҙы төндә ҡурҡыныс төштәр ҡаҡшата. Хәҙер ул медикаментоз һәм психологик дауалау үтә. Музыка һәм физио терапияһы, тренингтар миңә ыңғай тәьҫир итә, ти, геройыбыҙ.
Ауыр тән йәрәхәттәре алған күп кенә яугирҙар кеүек үк , Урал да башта аяҡҡа баҫа алыуына ышанмай. Анапа госпиталендә ятҡанда, уның менән «Ватанды һаҡлаусылар»фонды координаторҙары бәйләнешкә инә. Инвалидлыҡ буйынса түләүҙәр алыу өсөн документтар әҙерләргә ярҙам итәләр, реабилитация сертификаты бирәләр, шулай уҡ протез тапшыралар, уның ярҙамында ул яңынан йөрөргә өйрәнә.Махсус хәрби операция биләмәһенән ауыр тән йәрәхәттәре алып ҡайтҡан яугирҙарға «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды аша функциональ һәм юғары технологиялы техник реабилитация сараларын алыу мөмкинлеге булдырылған.
Бушлай техник средстволар алыу өсөн инвалидлыҡты рәсмиләштереү зарур.
Бында дауаланыусыларҙың күпселеге ғәҙәти тормошҡа ҡайта алды. Шундай миҫалдарҙың береһе - Урал Ибәтуллин.
Гүзәл Борханова