Ауырғазы районы Степановка ауылында күп функциялы спорт майҙансығы сафҡа инде


Билдәле булыуынса, тораҡ пункт «Айыҡ ауыл» республика конкурсында 2-се урын яулап биләмәне төҙөкләндереүгә аҡсалата ярҙам алғайны. Сумма мәктәп эргәһендә спорт объектын төҙөүгә йүнәлтелә. Бында мини-футбол, волейбол, баскетбол уйнау өсөн шарттар булдырыла. Биләмәлә төрлө спорт ярыштары уҙғарыу ҡаралған. Майҙансыҡ өсөн һайлап алынған урынды тигеҙләү эштәре башҡарылған. Ярҙамға бағыусылар ҙа ҡушылған.