Республика Профсоюздар йортонда студенттарҙың ижади эштәре күргәҙмәһе асылды

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфә дәүләт сәнғәт институты студенттарының картиналары тупланған экспозицияға туҡһандан ашыу ижади эш ҡуйылған. Улар төрлө темаларға арналыуы менән үҙенсәлекле. Йәштәр үҙ эштәрендә хеҙмәт, тыуған яҡ, сәйәхәт, әҙәбиәт, милли һәм башҡа темаларға мөрәжәғәт иткән. Күргәҙмә бер ай дауам итә.