Ырымбур өлкәһендә тыуып-үҫкән башҡорт шағиры Сөләймән Муллабаевтың «Эскән һыуым - Туҡ» тип аталған китабы донъя күрҙе.
Китаптың исем туйы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында уҙҙы. Йыйынтыҡ балалар әҙәбиәте өлкәһендә исеме киң билдәле педагог-шағир, фронтовик-яҙыусы Сөләймән Муллабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап нәшер ителгән. Китапҡа яҙыусының шәхси архивындағы шиғырҙары, көндәлектәрендәге уй-хистәре, фотолары ингән.
Ижади мираҫ авторҙың Ырымбур өлкәһе Туҡ йылғаһы буйындағы тыуған ауылы Иҫке Юлдаш ауылы халҡына, ил азатлығы өсөн ҡорбан булған яҡташтары рухына арнала. Сөләймән Муллабаев 46 йыл буйы тыуған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән. Китап уның уҡыусылары, яҡташтары көсө менән сығарылған. Китап байрамында шағирҙың Ырымбурҙан килгән ҡыҙы Гөлназ Гәрәева, ейәнсәре, яҙыусының уҡыусыһы - автор яҙмаһын баҫмаға әҙерләүсе Мәйсәрә Кучаева, китапты төҙөүсе Сәрүәр Сурина һәм яҡташтары, ҡәләм оҫталары ҡатнашты.