Башҡортостан Һамар ҡалаһында Хәтер парадында ҡатнашты

Ул 1941 йылдың ноябрендә  ҡалала булған хәрби парадҡа бағышланды. Майҙанда округ төбәктәренән, шул иҫәптән беҙҙең республиканан 7 мең ярымдан ашыу кеше үтте. - Бөгөн Рәсәй  нацизмға ҡаршы көрәштә йәнә алғы һыҙыҡта. Был Хәтер парады - Бөйөк  Ватан һуғышында  еңеүселәр менән бәйләнеш. Парад ил халыҡтарының ныҡышмалығын һәм берҙәмлеген сағылдыра. Балаларыбыҙҙың да ошондай ҡиммәттәр менән тәрбиә алыуы мөһим, тине ил президентының округтағы вәкиле Игорь Комаров.