Өфө Волга буйы федераль округы студенттар отрядтарының 4-се слетын ҡабул итә


Сара студенттар отряды хәрәкәтенең 65 һәм «Рәсәй студенттар отряды» йәмәғәт ойошмаһының 20 йыллығына бағышланған. Слеттың тәүге көнөндә әүҙем йәштәр республика менән идара итеү ҙәгендә Округ штабы кәңәшмәһен уҙғарҙы. Осрашыуҙа төрлө мөһим һорауҙар ҡаралды, 2024 йылға йомғаҡтар барланды. Ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән эште дауам итеү кәрәклеге билдәләнде. Студентар отрядтары - сағыу, күләмле йәштәр хәрәкәте генә түгел, тәрбиә биреү системаһының мөһим өлөшө лә, тиелде штаб кәңәшмәһе барышында.


Һуңғы йылдарҙа беҙҙең хәрәкәт киңәйә, проекттарҙың сифаты яҡшыра. Студенттар отрядының Башҡортостан бүлексәһе Волга буйы федераль округында иң күп һанлыһы иҫәпләнә. Улар хеҙмәт проекттарын да уңышлы тормошҡа ашыра, коммерция өлкәһе менән дә хеҙмәттәшлек итә. Студенттар отряды етәксеһе Ирина Сухорева үҙ миҫалында ғаилә ҡиммәтәрен һаҡлауҙа өлгө булып тора.

Алексей Нагин, Волга буйы федераль округы студенттар отрядтарының округ штабы командиры

Округ штабы кәңәшмәһенән һуң, слетты тантаналы асыу сараһы үтте. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне. Слетҡа Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән меңдән ашыу әүҙем йәштәр йыйылған. Улар өсөн программа 10 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Һөнәри үҫешкә йүнәлтелгән майҙансыҡтар, оҫталыҡ конкурстары, тәжрибә уртаҡлашыу һәм стратегик сессиялар көтөлә.