Республиканың тау-мәғдән предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге булған мәғариф учреждениеһы өсөн был кабинет студенттарға төплө белем биреү өсөн киң мөмкинлектәр асасаҡ. Бындай ҡорамалдарҙы быға тиклем тәрән белемгә эйә булған инженерҙар әҙерләүсе юғары уҡыу йорттарында ғына осратырға мөмкин булған . Инженер графикаһы кабинеты һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүҙә ҙур аҙым буласаҡ, ти белгестәр. Трансформацияланған һыҙма өҫтәлдәр, һуңғы быуын компьютерҙар, интерактив сенсор панелдәр студенттарға материалды яҡшыраҡ үҙләштерергә ярҙам итер тип күҙаллана.