Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура һауыҡтырыу комплексында өлкәндәр һәм балалар араһында йөҙөү буйынса асыҡ беренселек үтте. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
«Баһадир» физкультура һауыҡтырыу комплексы бассейнынан кеше өҙөлмәй. «Халыҡтар берҙәмлеге» көнө уңайынан ойошторолған йөҙөү буйынса асыҡ беренселектә 10 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге 20 ашыу спортсы 50, 100 метр арауыҡҡа ирекле йөҙөп үҙҙәренең оҫталығын һәм етеҙлеген күрһәтте.
Йәш йөүөҙселәрҙең күптәрен был спорт төрөнә үҙ теләктәре буйынса ата‐әсәләре алып килгән. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Байсыуағовтарҙың өс ҡыҙы ла бассейнға күнекмәләргә йөрөй. Был уларҙың һаулығына ла, физик яҡтан үҫешенә лә ыңғай тәҫьир итә.
Шул уҡ көндө кисен 18 йәштән 50 йәшкә тиклемгеләр араһында шәхси беренселек өсөн йөҙөү буйынса ярыш үтте. Еңеүселәр миҙалдар, маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Раушания Рәхимова