Беренсе башҡорт кинокампусының генераль директоры Ҡарлуғас- Катрин Дүшәмбәева ошо турала белдерҙе. Проект президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантына тормошҡа ашырыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФильм ҡыҫҡа метражлы була. Ул 5 көн эсендә төшөрөлә. Картинаның режиссеры Йошкар-Ола ҡалаһынан саҡырылған. Ул милли йәштәр кинопремияһы лауреаты, 10-дан ашыу проект авторы Денис Шаблий. “Киноны “Һуңғы интервью” тип атаныҡ. Унда профессиональ артистар менән бергә Өфөлә йәшәүселәр уйнай. Был эш ике республика араһындағы дуҫлыҡ күперҙәрен тағы ла нығытырға тейеш”, - тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә йәшәүселәр иртәгә күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша ала. 18 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла. Ҡыҫҡа метражлы фильмдың премьераһы Өфө кинотеатрҙарының береһендә була. Картина шулай уҡ Йошкар Ола ҡалаһында күрһәтелә.