Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионализм һәм ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүҙә яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика һәр ваҡыт хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итәсәк. Төбәк маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуҙы, матди базаны нығытыуҙы, эске эштәр органдарын техник яҡтан йыһазландырыуҙы дауам итәсәк, тине Башҡортостан башлығы.
Радий Хәбиров шулай уҡ иң яҡшы полиция хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Йыйылышта эске эштәр министрлығы ветерандарының күп йыллыҡ хеҙмәте лә билдәләнде. Махсус хәрби операция башланғандан алып күп кенә полиция хеҙмәткәрҙәре, эске эштәр органдары ветерандары Ватан һағына баҫты. Уларҙың был ҡаһарманлығы оло хөрмәткә лайыҡ, тиелде тантанала.