Бөгөн иртән төрлө телеграмм-каналдарҙа һәм киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан башлығын отставкаға ебәреүҙәре тураһында имеш-мимеш хасил булды. Мәғлүмәт күсереп алынып сит илдәргә ҡасҡан иноагенттар ресурстарына һалынды. Фейктар селтәренән уны кемдәр таратыуын асыҡлау ауыр түгел. Был телеграмм-каналдар быға тиклем дә төрлө дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәрҙәр таратып республикалағы хәлде ҡаҡшатырға маташҡайны. Тәүге ялған хәбәр Рәүфә Рәхимованың Пруфы каналында барлыҡҡа килде. Уны шулай уҡ Рәүфә Рәхимова менән бәйле сығанаҡ эләктереп алып Радий Хәбировтың юғары награда менән бүләкләнеүен отставкаға китеү билдәһе тип тә өҫтәгән. Һуңғы арала Рәүфә Рәхимованың киң мәғлүмәт саралары властҡа ҡаршы эшләй һәм йыш ҡына тикшерелмәгән, уйлап сығарылған хәбәрҙәр яҙа. Дәүләткә ҡаршы сәйәсәт федераль кимәлдә лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Күптән түгел генә Рәүфә Рәхимоваға Рәсәй ҡораллы көстәрен дискредитациялауҙа ғәйепле тип танылып 30 мең һум штраф һалынды.
Рәүфә Рәхимованың ресурстарынан һуң был фейкты шулай уҡ ялған мәғлүмәттәр менән дан алған Потылицын эләктереп ала. Ул мәғлүмәткә хатта һылтанмалар ҡуймайынса тулыһынса күсереп һала. Имеш-мимеш таратыуға Рәсәйҙә тыйылған экстремистик ойошма ағзалары ла өлөш индерә. Иноагент тип танылған Руслан Ғәббәсов фейкты хәл ителгән факт формаһында яҙып сыға. Ғәббәсовтың көнбайыш илдәре аҡсаларына республикалағы хәлде ҡаҡшатырға маташыуы тураһында барыһына ла мәғлүм. Ҡасандыр кеше үлтереүҙә ғәйепләнеүсе милләтсе бөгөн Евросоюзда йәшәй һәм асыҡтан -асыҡ Украиналағы неонацизмға теләктәшлек белдерә. Башҡортостанда НАТО илдәре менән берлектә ҡорал ярҙамында власты алмаштырырға ла вәғәҙә итте. Ғәббәсовтың Рәүфә Рәхимова менән берлектә эш итеүе лә сер түгел. Эксперттар әйтеүенсә, бындай хәбәрҙәр таратыу дуҫ булмаған илдәр мәнфәғәтендә республиканы һәм Рәсәйҙе эстән ҡаҡшатыу маҡсатында ғына ойошторола.
Һуңынан йәнәһе лә Радий Хәбировтың отставкаға китеүе тураһындағы хәбәрҙе башҡа бәләкәй мәғлүмәт ресурстары ла эләктереп алды. Ләкин кискә табан ҡыҙыулыҡ һүрелде. Фейк таратыуҙың берҙән -бер һөҙөмтәһе- уны яҙыусылар үҙҙәрен йәнә бер ҡабат насар итеп һәм кемдәрҙең мәнфәғәтен яҡлауҙарын күрһәтте.