Өфө Тимер юл вокзалында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн зал асылды


Хәҙер поезд көтөүсе инвалидтар буш ваҡытын уңайлы шарттарҙа үткәрә ала. Махсус йыһазландырылған бүлмәне Рәсәй тимер юлдары компанияһының Мобиллеккә булышлыҡ итеү үҙәге булдыра. Уны асыу сараһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Алексей Старков 17 йыл элек булған осраҡты яҡшы хәтерләй. Владивостокка китеп барған егет станцияларҙың береһендә поезға һуңлай яҙа. Ашығып яңылыш состав аҫтына эләгә. Иҫән ҡалыуы - мөғжизәгә тиң. Әммә шул ваҡыттан алып уның аяҡтарында протез. Өфө тимер юл возалында инвалидтар өсөн булдырылған яңы уңайлыҡтарҙы Алексей тәүгеләрҙән һынап ҡараны.


Поездан ҡурҡмайым. Эйе, күңелһеҙ осраҡ булды, әммә артабан йәшәр кәрәк, тип уйлайым. Протездар алғас та иң тәүҙә үҙем генә Новосибирск ҡалаһына барып ҡайттым. Әле лә сәйәхәт итеүемде дауам итәм.

Алексей Старков

Тәү ҡарашҡа дивандар ябай күренһә лә, уларҙы эшләгәндә ҡатылығы, бейеклеге һәм туҡымаһы буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең теләктәре иҫәпкә алынған. Пассажирҙар поезға һуңлап ҡалмаһын өсөн залда хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәһе һәм ишетеү аппараттарын тоташтырыусы индукция менән йыһазландырылған. Электрколяскала хәрәкәт итеүселәргә аккумуляторҙарына көс йыйҙырыу урыны бар. Балалар тураһында ла онотмағандар. Уларға буяу кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар менән айырым мөйөш булдырылған. Республикала бындай махсус зал тәүге тапҡыр былтыр Стәрлетамаҡта асылғайны, әле Өфө тимер юл вокзалы инвалидтарға уңайлы мөхит булдырыуға тағы бер аҙым яһаны.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар тураһында хәстәрлек быйыл ғына түгел, күптән башланған. Дүрт йыл элек Өфө Тимер юл вокзалында тәпәш тәҙрәле кассалар булдырылған. Уларҙың һәр береһендә ишетеү аппаратын индукцияға тоташтырырға мөмкин. Тимәк, аҙ мобилле граждандар ҙа, насар ишетеүселәр ҙә уңайһыҙлыҡ кисермәйәсәк.

Яңы уңайлыҡтар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн өйҙә бикләнеп ултырмаҫҡа, ә республика һәм ил буйлап сәйәхәт итеүгә булышлыҡ итә.

Әлфинә Килдейәрова