Өфөлә өсөнсө Волга буйы онкологтар форумы үтә


Яман шеште дауалауҙа яңы алымдар. Өфөлә өсөнсө Волга буйы онкологтар форумы үтә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уҙғарылған күләмле сара Рәсәй һәм сит илдәрҙең иң көслө белгестәрен берләштерҙе. Тәүге көндә ҡатмарлы операциялар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылһа, бөгөн табип-онкологтар «Торатау» Конгресс-холлында түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм лекцияларҙа ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Волга буйы онкологтар форумының тәүге көнөндә федераль медицина үҙәктәре белгестәре Республика клиник онкология диспансерында эшләне. Клиник яҡтан ҡатмарлы осраҡтар һайлап алынып, яман шештән яфаланған тиҫтәнән ашыу пациентҡа операция яһалды. Әмәлиәттәр барышы эҙмә-эҙлекле аңлатылып барҙы, онлайн-трансляция барышын ете йөҙгә яҡын медицина хеҙмәткәре, студенттар күҙәтте.

Форум программаһы ҙур, өс көн дауамында белгестәр операция залдарында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә яман шеш менән көрәш алымдарын камиллаштыра. Сара сиктәрендә онкология хеҙмәтен ойоштороу, скрининг һәм ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау, диагностика һәм дауалау ысулдары, реабилитация, паллиатив ярҙам буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.

Онкологтар форумына Рәсәй төбәктәренән генә түгел, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Һиндостан, Ҡытайҙан да белгестәр йыйылды. Алдынғы медицина үҙәктәренең сиргә бәйле яңыртылған тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре һәм практик тәжрибәһе өйрәнелде. Йәш онкологтар араһында иң көслөләр асыҡланһа, иң яҡшы тармаҡ белгестәренә ведомство наградалары тапшырылды.

Ауырыуҙы иртә асыҡлаған осраҡта - дауалау терапияһы ла күпкә һөҙөмтәлерәк була. Һандарға килгәндә, йыл башынан ғына республикала ун меңдән ашыу кешелә тәүгә яман шеш диагнозы ҡуйылған. Медицина учреждениеларында аяуһыҙ сир менән көрәштә заманса алымдар үҙләштерелә, табиптар билдәләүенсә, дауалау өсөн шарттар сит илдәрҙән бер ҙә ҡалышмай, үҙебеҙҙә лә ауырыуҙы еңеп, кеше ғүмерҙәрен оҙайтырға мөмкин.

Гөлназ Хәйбуллина