Һөнәр оҫталығы ярышы ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән Студент отрядтары слетында ойошторола. Конкурсҡа Волга буйы округынан тиҫтәгә яҡын команда килгән. Буласаҡ белгестәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова аралашты.
Йорттоң ныҡлығы - нигеҙҙә, нигеҙҙең ныҡлығы - арматурала. Ярышта ҡатнашыусылар быны яҡшы белә. Студенттар алдында ер һелкенгәндә, күп ҡатлы йортто урынында тоторлоҡ арматура селтәрен үреү бурысы тора. Схеманы алдан эксперттар төҙөй. Эш ваҡытҡа бара.
Штукатур-малярҙар алдында иһә ваҡытҡа ике метрлыҡ стенаны тигеҙләү бурысы ҡуйылған. Оҫтаханала эш ҡайнай. Берәү ҡатнашма әҙерләй, икенсеһе һылай. Студенттар штукатурканы дөрөҫ бутай ҙа белергә тейеш, артыҡ ҡуйы материал эш өсөн бармай.
Тиҙлек арҡаһында сифат зыян күрмәҫкә тейеш. Штукатурканы яҡшы һалыу-һалмау иртәгә, стеналар кипкәс кенә баһаларға мөмкин буласаҡ.
Командала өс кеше - штукатур-маляр, арматурасы һәм мастер. Төркөмдөң ярышта уңышы уларҙың һәр береһенең оҫталығынан тора. Йәмғеһе конкурста илдең 9 округынан командалар көс һынашты.
Конкурс иртәгә лә үтә. Ғөмүмән, Бөтә Рәсәй студент отрядтары слеты 10 ноябргә тиклем дауам итә. Уларҙы һөнәри үҫешкә йүнәлтелгән майҙансыҡтар, тәжрибә уртаҡлашыу һәм стратегик сессиялар көтә.
Рәзилә Ғилметдинова