«Башҡортостан» полкы яугирҙарына гуманитар ылау барып етте

Уны Нефтекаманан Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы, Белореттан «Быть добру» ирекмәндәр төркөмө һәм Белорет районының Аҙналы ауылы халҡы йыйған. Ылауға «Уаз» машинаһы, маскировка селтәрҙәре, ит һәм туңдырылған ит ризыҡтары, хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡтар тупланған. Шулай уҡ Өфө ғалимы һынап ҡарау өсөн, үҙе уйлап тапҡан яраларҙы тиҙ дауалаусы май ебәргән.


Махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән хәрбиҙәргә гуманитар ылау йыябыҙ, үҙебеҙ алып барып тапшырабыҙ. Айына бер-ике тапҡыр килергә тырышабыҙ. Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Белорет ҡалалары ҡушылып бергә эш итәбеҙ. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам яугираҙрға терәк булыр, алдарына ҡуйылған бурысты үтәргә этәргес көс бирәлер, тип ышанабыҙ.

Илнур Мөхәмәтов, Нефтекама ҡалаһының сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе