Иҫтәлекле дата уңайынан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа тарихсылар ултырышы үтте. Осрашыуҙа Рәсәй тарих йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре барланды, тарихи мәғлүмәтте һанлаштырыу, тарихи ғәҙеллекте һаҡлау һорауҙары ҡаралды. Ҡатмарлы геосәйәсәт шарттарын иҫәпкә алып тарих китаптарын яңыртыу, мәктәп уҡыусыларын илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, архив документтарға таянып эш алып барыу мәсьәләләре күтәрелде.