Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезы алдынан Нефтекамала «Без башҡортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте активистары йыйылды. Һөйләшеүгә республика йәмәғәтселек вәкилдәре, активистар һәм эксперттарҙан тыш, күрше Удмуртия һәм Пермь крайынан да ҡатнашыусылар саҡырылғайны. Йәштәрҙең туған телде, тарихты, мәҙәниәтте һаҡлауына айырыуса иғтибар бүленде, милли мираҫты һаҡлау буйынса эште әүҙемләштереү буйынса тәҡдимдәр индерелде. Съезд тәжрибә уртаҡлашыу, яңы идеялар формалаштырыу һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары активистары араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелде.