«Уңайлы ҡала мөхите « проекты буйынса иҫке объект урындағы халыҡ теләктәрен иҫәпкә алып төҙөкләндерелде. Батыр аллеяһын тәртипкә килтереү өсөн бюджеттан 65 миллион һум аҡса бүленде. Был суммаға яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр яңыртылған, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы йыһазландырылған. Батыр аллеяһының төп символы - Салауат Юлаев бюсы реставрацияланған. Яңыртылған аллея урындағы халыҡтың яратҡан ял урындарының береһе булыр тип көтөлә.