Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында йәнә теле-радио тапшырыуҙар алып барыусылары әҙерләнде


«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында йәнә теле-радио тапшырыуҙар алып барыусылары әҙерләнде. Квалификация күтәреү өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса уҡыуҙар ике аҙна дауам итте. Компания хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырһа, һөнәрҙе тәүгә үҙләштереүселәр журналистика жанрҙарын, эфир телмәрен үҙләштерҙе, студияла тапшырыуҙар төшөрөү буйынса техник мөмкинлектәр менән танышты, камера алдында эшләргә өйрәнде. Актерлыҡ, йәмәғәт алдында сығыш яһау оҫталығы буйынса ла дәрестәр булды. Курсты тамамлаусыларға таныҡлыҡтар тапшырылды.

Курс тыңлаусылары алдында телерадиоэфир белгестәре, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, һүҙ оҫталары сығыш яһаны. Таныҡлыҡ алыусылар билдәләүенсә, уҡыу программаһы тәбиғи һәләттәрҙе үҫтерергә булышлыҡ иткән.