Унда меңдән ашыу мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Финалға иһә яҡынса 90 ҡатнашыусы үткән. Быйылғы бәйге Башҡортостан республикаһы көнө, Бөйөк Еңеүгә - 80 һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды.
Ҡатнашыусылар баһалау комиссияһы иғтибарына башҡорт, рус, татар, сыуаш - йәмғеһе 7 телдә шиғырҙар тәҡдим иткән. Конкурс 2006 йылдан алып ойошторола.