Ҡыҫҡа, ләкин үтә лә һөҙөмтәле ял. Махсус хәрби операция яугирҙары отпуск мәлендә урында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары менән осраша. Өлкән ағайҙар киләсәк быуынға илһөйәрлек, алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһында бәйән итә. Ошондай сираттағы осрашыу Иглин районының «Алпамыш» йәштәр үҙәгендә үтте.
Кадет мәктәбе курсанты, Һарытау хәрби институты, Ҡафтауҙағы хеҙмәт һәм хәрби операция . «Рэд» ҡушаматлы яугирҙың һөйләр хәтирәләре етерлек. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан , тормош юлы ваҡиғаларға бай һәм ҙур тәжрибә туплаған.
Уның һөйләгәндәрен бер осрашыуға ғына һыйҙырырлыҡ түгел. Ләкин «Рэд» хәрби кеше булһа ла, булмышы менән уҡытыусы икәнлеген күрһәтте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул балаларға үҙ тормошо миҫалында кешелек ҡиммәттәренең иң мөһим төшөнсәләрен аңлатты.
Балалар яугирҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы. Үҫмерҙәр хәрби хеҙмәт, яу яланындағы ысын иҙәр дуҫлығы тураһында белде. Хәрбиҙәр миҫалында тормош һынауҙарын үтеү, маҡсатҡа ирешеү нескәлектәренә төшөндө.
«Алпамыш» йәштәр үҙәгендә бындай осрашыуҙар беренсегә түгел. Һәм һуңғыһы ла булмаҫ, ти ойоштороусылар. Сираттағы «Беҙҙең ваҡыт геройы»н балалар әле үк түҙемһеҙләнеп көтә.