Республиканың медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен берләштергән профсоюз ойошмаһы 1919 йылда барлыҡҡа килгән. Төрлө йылдарҙа ул «Медсантруд», артабан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты тип йөрөтөлә. 1990 йылда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторола. Хәрәкәт һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлау менән шөғөлләнә, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауҙа, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыуҙа ярҙам итә.
Байрамға ветерандар һәм әлеге ваҡытта беренсел ойошмаларҙы етәкләүселәр килде. Бынан тыш, сарала Стәрлетамаҡ, Бишбүләк районы һәм республика кардиология үҙәге вәкилдәре гуманитар ярҙам йыйыу ойошторҙо. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары осрашыу ваҡытында маскировка селтәре бәйләне. Гуманитар ярҙам тиҙҙән яугирҙарға алғы һыҙыҡҡа ебәрелә.