Кушнаренко ауылында коминтерн тарихын өйрәнеү өсөн интерактив комплекс эшләй башланы


Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре федераль грант отоп донъя кимәлендә билдәле разведчиктар, элемтәселәр мәктәбен өйрәнә. Коминтерн 1941 йылдан алып 1943 йылға тиклем Кушнаренко ауылында урынлаша.

Бында Европа һәм Азия илдәренең йәш вәкилдәре уҡый. Улар коммунизмды пропагандалау һәм сит илдәрҙән йәшерен мәғлүмәт алыу өсөн әҙерлек үтә. 80 йыл дауамында коминтерн тарихы юғалып ҡала, әммә тарихсылар улар тураһында мәғлүмәт эҙләү эшен туҡтатмай. Кушнаренко музейы хеҙмәткәрҙәре Италия, Германия һәм башҡа илдәрҙән коллегалары менән берлектә бөтә донъя буйынса коминтерн курсанттары тураһында архив документтар туплап киң аудиорияға сығара.