Башҡорт Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә «Русалочка» спектакленең премьераһы булды


Башҡорт Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә Ганс Христиан Андерсендың әкиәт мотивтары буйынса «Русалочка» спектакленең премьераһы булды. Диңгеҙ төбөндә йәшәүсе Русалкаға ун алты йәше тулған көндө һыу өҫтөнә сығырға рөхсәт ителә. Әммә тап шул мәлдә көслө дауыл ҡуба, ҡыҙ баҡсаһындағы мәрмәр статуяға оҡшаған егетте күрә... Спектакль беренсе мөхәббәт, иң ғәжәп һәм матур тойғо тураһындағы тарих. Ғаиләлә менән ҡарау өсөн тәҡдим ителгән пьеса драматург Владимир Аношкин менән берлектә яҙылған һәм бер сәғәт тиерлек дауам итә. Спектакль тамашасыларға киләһе йыл йәнә тәҡдим ителәсәк.


Пьесаның нигеҙендә йәш тамашасыларға ысын мөхәббәттең нимә икәнлеген, тормошта һөйөүҙең яуаплы йә юҡ икәнен аңлатырға тырышыу ята. Әкиәт һәр заман өсөн дә көнүҙәклеген юғалтмай.

Виктория Щербакова, Ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы