Ял көндәре файҙа менән. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Айнур Иҙрисов иҫтәлегенә арналған ир‐егеттәр араһында волейбол буйынса асыҡ турнир уҙҙы.
Иҫке Сибай ауылы егете Айнур Иҙрисов йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Яҡындары, дуҫтары хәтерендә мәңге йәш, алсаҡ, ярҙамсыл булып хәтерҙә ҡалған егет Башҡорт Дәүләт университетын тамамлай. Өлгөлө ғаилә башлығы спортты үҙ итеүсе ир уҙаманы 2008 йылдан Сибай гимназия-интернатында директор урынбаҫары, ә 2012-2018-се йылдарҙа Сибай Ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаларын башҡара.
Беренсе тапҡыр үткәрелгән волейбол буйынса асыҡ турнирҙың бағыусылары булып уның ғаиләһе, дуҫтары, коллегалары сығыш яһай. Ярышта Баймаҡ, Сибай ҡала хакимиәттәре, Иҫке Сибай ауылынан йыйылма командалары ҡатнашты.
Волейбол уйыны бик көсөргәнешле барҙы. Беренсе урынды һәм күсмә кубокты Сибай ҡалаһынан Айнур Иҙрисовтың бергә уҡыған төркөмдәштәре, коллегалары, дуҫтарынан торған йыйылма командаһы лайыҡ булды.
Раушания Рәхимова