Өфөлә илдең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөлә. «Һуңғы интервью» ҡыҫҡа метражлы кинокартинала «Молодёжка», «Универ», «Ёлки» сериалдары йондоҙҙары ҡатнаша. Бынан тыш, съемкаларҙа «Өфө-синема» кинокампусында уҡыусылар ҙа ярҙам итә. Һуңғы ике айҙа улар режиссер, актер, сценарист, продюсер, грим буйынса дәрестәр үтеп, белемен тәүгә съемка майҙанында һынап ҡарай. Фильм ҡасан прокатка сығасағын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова белеште.
Тыуған илгә һөйөү - фильмда төп темаларҙың береһе. Башҡортостан рухы кинокартиналағы һәр бер деталдә һиҙеләсәк. Әйтәйек, массовка сәхнәләрҙә Әбйәлил районынан ҡул оҫталары ҡатнаша. Гүзәл Үтәбаева өсөн был кино тәүге тәжрибә түгел.
Төп ролдәрҙә иһә киң тамашасыға билдәле актерҙар ҡатнаша. Төп ролдә - Өфө егете актер Таһир Солтанов. Фильмда ул телевидение хәбәрсеһе ролен уйнай. Актер әйтеүенсә, төп геройҙа ул үҙен таный. Уның кеүек үк, йәш талант тыуған ҡалаһынан сығып китеп, юғарыраҡ бейеклектәргә күтәрелергә теләй. Шулай ҙа аҙағында тыуған төйәге ҡәҙерен аңлай.
Фильм «Каруанһарай» , «Ҡашҡаҙан» , «7 ҡыҙ» фонтаны кеүек баш ҡаланың билдәле урындарында төшөрөләсәк. Бөгөн съемкаларҙың беренсе көнө, ул йәмғеһе аҙнаға яҡын дауам итәсәк. Кинотаҫманы төшөрөүгә «Өфө синема» проектын үтеүселәр ҙә йәлеп ителгән. Кинокампуста ҡатнашыусылар бында грим, оператор, продюсер һәм башҡа вазифаларҙа ярҙам итә.
Проект Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Фильм 2025 йылдың февралендә экранға сығасаҡ.
Рәзилә Ғилметдинова