Ноябрҙә Рәсәй мәктәптәрендә “Ҡыңғырау урынына музыка” тигән проект башлана. Ғәҙәти ҡыңғырау тауышын популяр көйҙәр һәм классик әҫәрҙәрҙән өҙөктәр алмаштыра. Проект уҡыусыларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итәсәк, тип белдерәләр федераль Мәғариф министрлығынан. Быйылғы уҡыу йылында яңғыраясаҡ көйҙәр иҫтәлекле даталарға арнала. Уларҙы төрлө төбәктәрҙең балалар коллективтары яҙҙыра. Был айҙа Александра Пахмутова йырҙарынан өҙөктәр һайлана. Легендар композиторға 95 йәш тулды. Ил президенты Владимир Путин уға Хеҙмәт Геройы тигән исем бирҙе. Онлайн-тауыш биреү юлы менән композиторҙың 4 әҫәре һайланған. Декабрҙә мәктәп ҡыңғырауы урынына Пётр Чайковский балетынан өҙөктәр яңғырай.