Фекер белешеү баш ҡаланың ижади проекттары сайтында ойошторолған. Бының өсөн конкурс галереяһы бүлегенә инергә кәрәк. Ярышта профессиональ һәм үҙешмәкәр фотографтар ҡатнаша. Тауыш биреү 16 ноябргә тиклем бара. Еңеүселәр икенсе этапта асыҡлана. Уларҙы баһалама комиссияһы ағзалары онлан- тәртиптә билдәләй. Һөҙөмтәләр 25 ноябрҙә иғлан ителә. Мәҫәлән, 1-се урын өсөн профессиональ фотографтарға - 40, һәүәҫкәрҙәргә 15 мең һум приз ҡаралған.