Башҡортостанда киләһе йылда яңы милли проект ғәмәлгә ашырыла башлай

 "Тормош өсөн инфраструктура" тигән  программа буйынса  94 объект төҙөкләндерелергә тейеш. Бының өсөн 1 миллиард 200 миллион һум ҡаралған. Быйыл Башҡортостанда  шундай  уҡ суммаға  123 биләмә  тәртипкә  килтерелә. "Уңайлы  ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты ғәмәлгә  ашырыла.