10 ноябрҙә Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Был көндө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән Өфө районы буйынса 11-се полиция участка пунктында булды. Ул Булгаково ауылы халҡын, шулай уҡ яҡын-тирәләге ауылдарҙы һәм коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрен хеҙмәтләндерә. Бүлектә ике участка хеҙмәткәре - Айҙар Ғәйнәтуллин һәм Азамат Нурмөхәмәтов, шулай уҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор Карина Хәйруллина эшләй. Төбәк етәксеһе офицерҙарҙың эш шарттары менән танышты, хоҡуҡ һаҡсыларының хеҙмәте бик ауыр һәм тынғыһыҙ булыуын билдәләне.