Ишембайҙың 19-сы мәктәбе уҡыусылары өсөн ҡаһарманлыҡ дәресе үтте


Осрашыуға ҡаланың картиналар галереяһы рәссамдары саҡырылғайны. Улар балаларға махсус хәрби операция геройҙарына арналған ижади эштәрен күрһәтте. Атап әйткәндә, картиналарҙа ошо уҡ белем биреү усағында уҡыған Виталий Новиков портретын күрергә мөмкин. Десантсы яуҙашын үҙ тәне менән ҡаплап, уның ғүмерен ҡотҡара. Бының өсөн геройға үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены тапшырыла.

Бынан тыш, уҡыусылар менән ҡаланың ирекмәндәре осрашты. Улар махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ өсөн дрондар етештерә. Ирекмәндәр ҙурлығы, ауырлығы һәм тәғәйенләнеше буйынса 3 төрлө дрон йыя. Уларҙы ватан һаҡсылары разведка һәм йөк ташыу өсөн файҙалана. Ирекмәндәр махсус хәрби операциялағы яҡташтарына гуманитар ярҙам да ташый.