Өфөгә автосәйәхәтселәр килеп туҡтаны


«Лада Веста» һәм «Москвич» машиналарында хәрәкәт иткән экипаж ил буйынса 100 мең километрҙы үтмәксе. Сәфәр апрелдә «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» күргәҙмәһе майҙанынан башланған һәм, план буйынса, ноябрь аҙағында Санкт-Петербург ҡалаһында тамаланырға тейеш. Башҡортостан - сәйәхәтселәр маршрутында 74-се төбәк. Уларға тағы ла 11 субъект аша 11 мең саҡрым үтәһе бар. Ойоштороусылар әйтеүенсә, улар махсус рәүештә ватан машиналарында сәфәргә сыҡҡан. Автомобилдәр юл һынауын яҡшы үткәрә. 100 мең километр араны уҙғандан һуң, был күренеш «Рәсәй рекордтар китабы»нда теркәләсәк.


Мин Өфөгә тәүгә 25 йыл самаһы элек килгәйнем. Шунан бирле, бында йыш ҡына булырға тура килә, сөнки сәйәхәттәребеҙ күп. Элек Өфө күңелһеҙ сәнәғәт ҡалаһы һымаҡ тойола ине. Бөгөн ул, әлбиттә, ныҡ үҙгәргән. Мин бөтә сәйәхәтсе дуҫтарыма бында килергә кәңәш итәм.

Андрей Леонтьев, Тележурналист, автосәйәхәтсе, дәүләт думаһының туризм һәм туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса комитеты белгесе