Өфөлә Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Мәскәүҙәге Третьяков дәүләт галереяһының күргәҙмәһе дауам итә. “Академизмдан импрессионизмға ҡәҙәр. XIX быуаттың икенсе яртыһы - XX быуат башы” тип исемләнгән экспозиция Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнала. Данлыҡлы галереяның күргәҙмәһе Башҡортостанда төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Унда 49 һынлы сәнғәт әҫәре - билдәле рус рәссамдары төшөргән пейзаждар һәм портреттар урын алды. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Исаак Левитан, Илья Репин, Валентин Серов, Иван Шишкин һәм башҡа оҫталарҙың картиналарын ҡарай ала.Третьяков дәүләт галереяһының күргәҙмәһе Өфөлә 15 декабргә тиклем эшләй.