Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин вазифаһынан бушытылды


Һөнәре буйынса хәрби табип булған етәксе кире медицинаға ҡайта. Иртәгәнән ул Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡара башлаясаҡ. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын беренсе урынбаҫар Азат Бадранов башҡарасаҡ. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иғлан ителгән башҡа кадрҙар алмашыныуы тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Максим Забелин өсөн Башҡортостандағы һуңғы оператив кәңәшмә. Бынан ары ул доклад яһамаясаҡ, киреһенсә үҙе тыңлаясаҡ. Республикала алты йыл эшләгән етәксе Мәскәү өлкәһенә эшкә күсә. Үҙенең төп һөнәре буйынса- тармаҡ министрлығын етәкләргә. Республикала ла ул хеҙмәт юлын тап ошо вазифала башлағайны.

Ә бына республика башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусыға йәш яугир курсын үтәһе түгел. Быға тиклем беренсе урынбаҫары булып эшләгән Азат Бадранов вәкәләттең бар нескәлектәрен да яҡшы белә.

Радий Хәбиров муниципаль етәкселәр араһында иң оҙаҡ эшләгән Дамир Мостафиндың да вазифаһынан бушатылыуын белдерҙе. Әлшәй районын ул 20 йыл етәкләне. Төбәк башлығы барлыҡ вәкәләттәрен бушатыусыларға рәхмәт әйтеп, яңы вазифаға тәғәйенләнеүселәргә уңышлы эш теләне. Сөнки республика мәшәҡәтле миҙгел - ҡыш айҙарына әҙерләнә. Тәү сиратта халыҡтың сәләмәтлеге борсой. Радий Хәбиров халыҡты вакцинациялау барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Ҡышҡы мәшәҡәттәрҙең иң көнүҙәге юл йөрөү мәсьәләһе. Үткән аҙнаның һуңғы көндәре водителдәрҙе ныҡлыҡҡа һынаны. Бигерәк тә М5 трассаһы оҙайлы тығындарҙа торҙо. Бындай хәлдәрҙән урау юл ҡотҡара. Радий Хәбиров Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы юлын файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын тиҙләтергә ҡушты.

Ҡыш айҙарының күңелле мәшәҡәттәре лә бар. Дөрөҫ, балалар өсөн. Һәм өлкәндәр кескәйҙәрҙе был шатлыҡтан мәхрүм итмәҫкә тейеш, тине Радий Хәбиров. Боҙ ҡаласыҡтары, шыршы майҙандары әле үк әҙерләнә башларға тейеш. Яуаплы ведомство вәкилдәре уларҙы 23 декабрҙә асырға ниәтләй. Төбәк башлығы яңы йыл кәйефе әҙгә генә булһа иртәрәк килергә тейеш, тип боҙ ҡаласыҡтарын өс көнгә булһа ла иртәрәк асырға ҡушты.

Айнур Кәбиров