Күгәрсен районы Бикес ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә стела асылды


Күгәрсен районында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә стела һәм башҡорт балын донъя кимәленә Әмир Ишемғоловтың тыуған йортонда таҡтаташ асылды.

Бикес ауылында тарихи үткәндәргә һәм шәхестәргә ихтирмлы халыҡ йәшәй. Урындағы мәҙәниәт йорто алдында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар, яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереп таҡтаташ асылды. Ҡара гранитта Арыҫланбәковтар, Ишемғоловтар, Ҡараҙбаевтар, Ишкилдиндар һәм башҡа исем-фамилиялар яҙылған. Рәсәй дәүләтен француздарҙан яҡлап ҡулына ҡорал алыусыларҙың күптәре яу яланында башын һалған. Уларҙың нәҫел ебен бөгөн вариҫтары лайыҡлы дауам итә.


«Был һәйкәлде асыу, башланған эштең дауамы кеүек ҡабул итергә кәрәк, сөнки был изге ғәмәлде һеҙҙең ауылдашығыҙ Әмир Ишемғолов» башлағайны .

Әхәт Сәлихов, Ҡыпсаҡ ырыуының ҡор башы, тарих фәндәре кандидаты

Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгенә нигеҙ һалыусы, башҡорт балы данын бөтә донъяға таратыусы Әмир Ишемғоловтың исеме ғалимдың тыуған йортонда мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерелде. Әлеге ваҡытта ғалим тыуған йортта әсәһе Шәүрә Сөнәғәт ҡыҙы ғүмер итә. Яҡташтары арҙаҡлы шәхес хаҡында фильм төшөрөргә, китап сығарырға ниәтләй.