Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахмановтың 50 йәшенә бағышланған спектаклдәр аҙналығы тамамланды.
Айрат Әхтәм улы бала сағын кулиса артында үткәрә. Ижади ғаиләнән булғанлыҡтан, гастролдәргә күп һәм йыш йөрөй. Шуға күрә режиссер театрҙы икенсе йорт тип атай. Ул Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Ҡаҙағстан, Омск, Таллин театрҙарында спектаклдәр ҡуя. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ҡара йөҙҙәр», «Джут», «Бәхет хаҡы», «Һинһеҙ килгән яҙҙар» һәм башҡа сәхнә әҙәрҙәрен тамашасылар яратып ҡабул итә. Уның спектаклдәре Рәсәй, халыҡ-ара театр фестивалдәрендә күрһәтелеп, лайыҡлы баһа ала.
Юбилей аҙналығы сиктәрендә Айрат Абушахмановтың билдәле постановкалары күрһәтелде. Аҙналыҡты Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль тамамланы.