Башҡортостандың йәш шахмат оҫталары округ беренселегендә еңеү яуланы

  Был турала  социаль селтәрҙә  Радий  Хәбиров  хәбәр итә. Һамарҙағы ярыштарҙа беҙҙең республиканан 39 кеше ҡатнашты. Улар төрлө йәш категорияһында 6 миҙал яуланы. 16 спортсы Ил беренселегенең юғары лигаһында  ҡатнашыу  хоҡуғын алды.  -  Яҡшы һөҙөмтә.  Был уйын  фекерләүҙе яҡшырта, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә  яңы ысулдар табырға  ярҙам итә, - ти Радий Хәбиров.