Баҡалы районы Туҡтағол ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Бында 250 кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә. Объект "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса төҙөлгән. Башҡортостанда киләһе йылда тағы  135 модулле ФАП төҙөү маҡсаты  ҡуйылған, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау  министрлығынан.