“Таҙа һыу” федераль программаһы буйынса һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөлә

Быйыл Туймазы, Шишмә, Кушнаренко, Бөрө райондарында һәм Өфө ҡалаһында һыу менән тәьмин итеү объекттарын яңыртыуға 800 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Башҡортостан йәлеп ителгән суммалар буйынса Волга буйы федераль округында 1-се, Рәсәйҙә 8-се урынды биләй.